6 декабрь, Шишәмбе

03 март 2015 йыл, 16:15

Башҡортостанда «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» хәйриә марафонында 73 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республикала Милләт сәләмәтлеге лигаһы фондынан башланғыс алған «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» хәйриә марафоны дауам итә. Ул 30 ғинуарҙа башланды һәм 9 майҙа тамамлана.

Республикала йәшәүсе ветерандарға ярҙам итеү өсөн тәғәйенләнгән социаль проект сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн аҡса йыйыу ойошторолған. Хәйриә марафоны иҫәбенә һәм SMS-каналына 73 565 һум аҡса күскән, шуларҙың 13 900-ө — SMS аша.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, марафон барышында йыйылған аҡсаға ветерандарға һыу таҙартыу өсөн күсермәле фильтрҙар һатып алына. 27 февралдә фильтрҙарҙың бер өлөшө Башҡортостандың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге етәкселәренә бирелде. Уларҙы артабан республика ҡала һәм райондарында йәшәүсе һуғышта ҡатнашыусыларға тапшырасаҡтар. Аҡсалар ветерандарҙы һауыҡтырыуға ла йүнәлтеләсәк.