6 декабрь, Шишәмбе

03 март 2015 йыл, 15:39

Баш ҡалала Төбәк-ара финанс форумы эш башланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә Төбәк-ара финанс форумы башланды. Уның темаһы — «Көрсөк шарттарында предприятие һәм ойошмаларҙың бухгалтер һәм һалым иҫәбен оптималләштереү». Форумды Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Рәсәйҙең Аудиторҙар палатаһы ойоштора.

Форум пленар ултырыш менән башланды, унда Рәсәй Аудиторҙар палатаһының Волга буйы төбәк филиалы рәйесе Александр Селезнев көрсөк шарттарында аудиторҙарҙың эше ҙур әһәмиәткә эйә тип билдәләне.

— Донъялағы иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарында Рәсәй иҡтисады ла көсһөҙләнә. Бындай хәлдәрҙә аудиторҙың төп бурысы — илдең иҡтисади хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Селезнев.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев һүҙҙәренсә, көрсөк иҡтисадты үҫтереүҙең яңы ҡағиҙәләрен талап итә.

— Илебеҙҙә килеп тыуған хәлдә бөтә төркөмдәрҙә лә берләшергә кәрәк. Тышҡы мөхит тиҙ эш итеүҙе талап итә. Республикала 2017 йылға тиклем көрсөккә ҡаршы план әҙерләнгән. Артабан шунан сығып эш итәсәкбеҙ, — тине Азат Фазлыев.

Өс көн дауамында форумда ҡатнашыусылар лекцияларға, түңәрәк өҫтәлдәргә ҡатнашасаҡ. Мөһим темалар араһында — бухгалтер, һалым иҫәп-хисабында төп йүнәлештәр, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һәм яңы шарттарҙа уның менән идара итеү, банкротлыҡты күҙаллау.

темалар: финанс форумы