5 декабрь, Дүшәмбе

03 март 2015 йыл, 15:09

Өфөлә ЮНЕСКО яҡлауында «Мираҫ» мәҙәниәттәр фестивале үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 4 мартта Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге «Мираҫ» республика мәҙәниәттәр фестивале үтә. Сара Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Мәҙәниәт министрлығы яҡлауында ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбендә — Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында уҙғарыла. Фестиваль Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм ЮНЕСКО-ның 70 йыллығына, Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына арналған сараларҙы ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолған.

Фестивалдең төп маҡсаты — һәләтле йәш башҡарыусыларға һәм ижади коллективтарға булышлыҡ итеү, Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм мәҙәниәтте, әҙәбиәтте үҫтереүгә ярҙам күрһәтеү, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре уҡыусылары, профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар, солистар саҡырыла.

Ҡатнашыусылар вокал (ансамбль, соло), нәфис һүҙ, инструменталь музыка (ансамбль, соло) номинациялары буйынса конкурс материалдарын әҙерләргә тейеш. Фестивалдә ҡатнашыуҙың төп шарты — тере тауышҡа йырлау һәм инструменталь башҡарыу. «Нәфис һүҙ» номинацияһы өсөн сығыштар башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәрен белеүҙе иҫәпкә алып башҡорт, рус, инглиз һәм башҡа телдәрҙә әҙерләнә.

Республика мәҙәниәттәр фестивалендә еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға сертификаттар, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының һәм Мәҙәниәт министрлығының дипломдары тапшырыласаҡ.

Мәғлүмәт менән Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты сайтында һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты сайтында танышырға мөмкин.