9 декабрь, Йома

03 март 2015 йыл, 14:00

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Йыр — 8 мартҡа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң яҡшы бүләк»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡорт йыры» телевизион проектының «Йөрәккә бойороп булмай…» тип аталған театрлаштырылған музыкаль тамашаһы үтте. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә ойошторҙо. Тамаша Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланғайны. Концертта билдәле эстрада йырсылары Иҙрис Ғәзиев, Азамат Тимеров, Гөлсөм Бикбулатова, Фәдис Ғәниев, Вилдан Яруллин, шулай уҡ республикабыҙҙың йәш эстрада йондоҙҙары ҡатнашты.

Концерт программаһында хәҙерге композиторҙарҙың бәхетле әсәлек, бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре тураһында, яҙ, ҡатын-ҡыҙ гүзәллеге һәм мөхәббәт хаҡында йырҙары яңғыраны.

— Башҡортостан юлдаш телевидениеһының биш йылға яҡын тарихы булған «Башҡорт йыры» проекты республика мәҙәниәтенең сағыу һәм үҙенсәлекле йөҙөнә әүерелде. Ул Башҡортостандан ситтә лә билдәле һәм күп тамашасыларҙың күңелен яулап алған. Проекттың һәр концерты ысын мәғәнәһендә халыҡ йыры байрамына әүерелә, яңы исемдәр аса, — тип билдәләне Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина.

Концерт программаһы республикала йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 8 мартҡа матур бүләк булды. Парламентарий фекеренсә, хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы әүҙем тормош позицияһын биләй, ул төрлө эшмәкәрлек өлкәһендә лә уңышлы. Ышаныс, өмөт һәм һөйөүҙе берләштергән  ҡатын-ҡыҙ алдында баш эйеү байрам концертының төп темаһы булды.