Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Кубогы ярыштары үтә

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә 3 марттан 5-нә тиклем янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Кубогы һәм Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте кубогы беренселеге уҙа.

Ярыштар бер үк ваҡытта ике манежда үткәрелә. Ир-егеттәр «Нефтсе» стадионында старт алһа, Өфөләге Янғын һағы идаралығының спорт комплексы егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы ҡабул итә.

Башҡортостандың йыйылма командаһы илдең иң көслө унау иҫәбенә инә. Яҡшы базаның булыуы юғары ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкинлек бирә: спортсылар йыл әйләнәһенә ябыҡ манеждарҙа шөғөлләнә.

Тәүге көндә ҡатнашыусылар йөҙ метрлыҡ ҡаршылыҡ һыҙатын үтергә тейеш.  Старттан һуң спортсы ике метрлыҡ ҡойманы аша сыға, ике янғын «ең»ен алып, тиҙ генә әйләндерә һәм еңдәрҙе тоташтыра, быға 18 секунд китә.

Икенсе көнгә штурмлау баҫҡысы менән тәҙрәгә үрмәләү планлаштырылған. Спортсы баҫҡыс менән 32 метр йүгереп бара һәм башняға еткәс, уны һәр ҡаттың тәҙрә уйымына ҡуйып, дүртенсе ҡатҡа  (ҡатын-ҡыҙҙар икенсе ҡатҡа тиклем) күтәрелә. «Ярыштың был төрө һәр саҡ көсөргәнешле үтә, йыш ҡына финишта еңеүсе менән призерҙар ваҡыты арауығы секундты ла йөҙҙәрсә өлөшкә бүлә», — тип аңлатма бирҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Өсөнсө көндө ирҙәр араһында ике төр ярыш ойошторола, бының өсөн штурмлау баҫҡысы менән дүртенсе ҡатҡа үрмәләргә һәм йөҙ метрлыҡ ҡаршылыҡ һыҙатын үтергә кәрәк. Еңеүсе ике төрҙә лә иң яҡшы һөҙөмтәләр суммаһы буйынса билдәләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть