Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡырмыҫҡалы районында «Алтын Ҡурай» туристик-эш комплексы барлыҡҡа киләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ҡырмыҫҡалы районында «Алтын Ҡурай» туристик-эш комплексын булдырыу буйынса проект ғәмәлгә ашырыла. Республика Мәҙәниәт министрлығы коллегияһында министрҙың беренсе урынбаҫары Валентина Латипова үҙенең докладында мәҙәни туризм базаһын формалаштырыу темаһын күтәрҙе.

Проектты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте булышлығында «Ҡурай» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ойоштора. Объект ҡунаҡхана-эш үҙәген һәм 40 милли ихатанан һәм муниципаль берәмек вәкиллектәренән торған «Берҙәмлек» этнографик комплексын үҙ эсенә ала. «Алтын Ҡурай» ҡунаҡхана-эш үҙәгендә конгресс-холл, 400 урынлыҡ ресторан, 160 урынға иҫәпләнгән номер фонды буласаҡ. Әүҙем ял итергә яратыусылар өсөн парк булдырыла, унда һырғалаҡ, спорт майҙансыҡтары, теннис корты, гольф өсөн майҙансыҡ төҙөлә, велосипедты, саңғыны прокатҡа алырға мөмкин. «Берҙәмлек» тип аталған этноауылда шәхси ярҙамсы хужалығы булған ихаталар, һөнәрселек оҫтаханалары һәм ҡунаҡ өйҙәре төҙөләсәк. Бынан тыш, комплекс составында «Айғыр» ат спорты комплексы, балалар һәм йәштәр өсөн «Республика» һауыҡтырыу үҙәге, фермер хужалыҡтары комплексы, 1500 коттеджға иҫәпләнгән ҡасаба ҡаралған.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән майҙан 300 гектарҙан ашыу тәшкил итә. Объекттарҙа фестивалдәр, конкурстар, халыҡ байрамдары ойоштороласаҡ, туристик хеҙмәттәр күрһәтеләсәк.

Комплекс Өфөнән 30 километр алыҫлыҡтағы Тауһеңер күле эргәһендә урынлашасаҡ. Ул Башҡортостандың визит карточкаһы ролен үтәйәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

«Берҙәмлек» этнографик комплексын төҙөүселәргә кадрҙар һайлап алыу һәм әҙерләүҙә, ихаталарҙы милли үҙенсәлектәргә ярашлы итеп биҙәүҙә ярҙам күрһәтеләсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть