11 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2015 йыл, 18:00

11 апрелдә Башҡортостанда экологик өмә ойошторола

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Хөкүмәте 2015 йылда төбәктә биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Экологик кампания 11 апрелдән 16 майға тиклем уҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.  

Документҡа ярашлы, министрлыҡ, дәүләт комитеты, ведомство, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә, профсоюз комитеттарына һәм башҡа йәмәғәт берләшмәләренә үҙ биләмәләрендә сараларҙы үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушылды. 8 июнгә таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса эшкә йомғаҡ яһаласаҡ.

Белешмә. 2014 йылда республикала ике миллионға яҡын кеше яҙғы өмәлә ҡатнашҡан. Улар 86,8 мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйған. Сүп-сар йыйыуҙан тыш, 350 мең тирәһе ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылған.

темалар: экология, өмә