Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала XXV халыҡ-ара «АгроКомплекс» күргәҙмәһендә 260 спикер сығыш яһаясаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/.

Өфөлә 17 марттан 20-нә тиклем «ВДНХ-Экспо» биләмәһендә «АгроКомплекс» XXV халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтәсәк. Уны Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойоштора.

Сирек быуат эшләү дәүерендә «АгроКомплекс» форумы агросәнәғәт комплексы техникаһы һәм ҡорамалдары, эшкәртеү сәнәғәте һәм туҡланыу продукттары экспозицияһы өсөн ҙур майҙандарҙың береһенә әүерелде. Экспозиция «Ауыл хужалығы техникаһы», «Малсылыҡ», «Ветеринария», «Үҫемлекселек», «Туҡланыу продукттары», «Эшкәртеүсе ҡорамалдар» бүлектәренән тора. Күргәҙмә өс залда һәм «ВДНХ-Экспо» комплексының асыҡ майҙанында уҙа.

Эшлекле программаға агросәнәғәт форумы, халыҡ-ара фәнни-практик конференция, түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙар индерелгән. Бөтәһе 260 спикер ҡатнашлығында 30-ға яҡын сара ҡаралған. «АгроКомплекс» эшлекле программаһы сиктәрендә тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт секторы предприятиелары етәкселәре һәм район башлыҡтары ҡатнашлығында пленар ултырыш буласаҡ.

2014 йылда «АгроКомплекс»та Рәсәйҙең 28 төбәгенән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 254 компания ҡатнашҡан. Үткәрелгән конкурс йомғаҡтары буйынса күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға 40 алтын, 40 көмөш һәм 32 бронза миҙал тапшырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть