9 декабрь, Йома

02 март 2015 йыл, 16:50

Өфөлә «Һылыуҡай-2015» республика гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры уҙа

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә «Һылыуҡай-2015» республика телевизион гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры уҙа. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Туған тел» телеканалы һәм «Һомай» дефиле-театры ойоштора. Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов өсөнсө йыл рәттән конкурсты үткәреүҙә ярҙам күрһәтә.

Һылыуҡайҙарҙы һайлап алыу 10 мартта баш ҡалалағы күңел асыу клубтарының береһендә үткәреләсәк. Финалға сығыу өсөн ҡатнашыусылар таныштырыу, ижади һәм дефиле конкурстарында үҙҙәрен күрһәтергә тейеш. Бәйгелә 16-24 йәшлек, буйҙары 168 сантиметрҙан кәм булмаған ҡыҙҙар ҡатнаша ала.

Һайлап алыу турының баһалама ағзалары составында билдәле композиторҙар, хореографтар, продюсерҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар.

Конкурсты ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл финалда Әҙәбиәт йылына арналған бер нисә ижади конкурс ҡаралған. Шуға күрә туған телдә иркен аралаша белеү — төп талаптарҙың береһе. Һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса киләһе этапҡа 10 ҡатнашыусы үтә. Финалда 12 һылыуҡай ҡатнаша. Шуларҙың икеһе — Әлфиә Килдейәрова менән Лениза Әбделмәнова — Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында уҙған «Һылыуҡай» конкурсы еңеүселәре. Улар 10 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк финалда ҡатнашыу өсөн бер айға Өфөгә килә.