8 декабрь, Кесе йома

02 март 2015 йыл, 16:06

Мәскәүҙә сатирик Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе үтте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғәфүров, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе уҙҙы. «Халыҡ-ара яҙыусылар союзы берләшмәһе» йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлегенең конференциялар залына илебеҙҙең күренекле яҙыусылары һәм шағирҙары, билдәле ғалимдар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙәк баҫмаларҙың журналистары һәм мөхәррирҙәре, ижади берекмә етәкселәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды.

— Илебеҙҙә һәйбәт яҙыусылар һәм шағирҙар күп. Әммә улар араһында беҙҙең Марсель Сәлимов кеүек дөйөм Рәсәй проблемаларын күтәргән сатириктарҙы бармаҡ менән һанарлыҡ. Билдәле башҡорт сатиригы Рәсәй әҙәбиәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн Халыҡ-ара яҙыусылар союзы берләшмәһенең грамотаһы менән бүләкләнде, — тип билдәләне Халыҡ-ара яҙыусылар союзы берләшмәһе рәйесе Иван Переверзин һәм Мәскәүҙә яҙыусы-сатириктың һайланма әҫәрҙәр йыйынтығын баҫтырып сығарырға тәҡдим итте.

Халыҡ-ара яҙыусылар союзы берләшмәһе рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйестәше Владимир Бояринов Марсель Сәлимовтың халыҡ-ара әҙәби форумдарҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Ул башҡорт яҙыусыһына «нәфис һүҙгә тоғро хеҙмәт иткәне өсөн» Владимир Маяковскийҙың йәмәғәт орденын тапшырҙы.

Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Марсель Сәлимовтың «Һәнәк» журналындағы күп йыллыҡ журналистика һәм мөхәррирлек эше тураһында һөйләне.

Рәсәй Журналистар союзы секретары Тимур Шафир, Халыҡ-ара ижади хеҙмәткәрҙәр ассоциацияһы президенты Виктор Никеров, яҙыусылар Йәмил Мостафин, Ринат Мөхәмәҙиев, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре һәм Мәскәүҙәге башҡорт диаспораһы вәкилдәре үҙ сығыштарында юмористың ижады хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте. Тамашасылар  Мәҙинә Илһамова башҡарыуында башҡорт көйҙәрен тыңланы. Мәскәүҙең Эстрада театры артистары Марсель Сәлимовтың скетчын күрһәтте.

Сатирик үҙе «Бал ҡорто күңеле» тип аталған яңы китабынан шиғырын уҡып ишеттерҙе. Марсель Сәлимовҡа «Рәсәйҙең заманса күп милләтле әҙәбиәтендә сатира һәм юмор жанрында әүҙем ижад иткәне өсөн» Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының Почет грамотаһы тапшырылды. Кисәне Халыҡ-ара яҙыусылар союзы берләшмәһе рәйесе урынбаҫары, билдәле яҙыусы һәм актер Юрий Коноплянников алып барҙы.

темалар: ижад кисәһе