Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың таулы райондарында 10 градусҡаса йылытасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостандың таулы райондарында һауа температураһы 8-10 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Был хаҡта Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығы Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итә.

2 мартта көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә 15-20 градус һалҡын, көндөҙ 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылы буласаҡ, таулы райондарҙа 8 градусҡа тиклем йылытасаҡ.

3-4 мартта республикала көндәрҙең аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 15-20 градус һыуыҡ, урыны менән ете градустан түбән, көндөҙ 1 градус йылынан 4 градусҡаса һалҡын, таулы райондарҙа 10 градусҡа тиклем йылы буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть