4 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2015 йыл, 14:07

Мәскәүҙә башҡорт рәссамы сирле балаларға ярҙам йөҙөнән хәйриә акцияһын башланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Предприятие, банк, компания етәкселәренең, сәнғәт һөйөүселәрҙең, хәлле кешеләрҙең ауырыу балаларға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бар: башҡорт рәссамы Раушания Бәҙретдинова һәм Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге башланғысы буйынса яңы хәйриә акцияһы старт алды. 1 марттан 17-нә тиклем һәр кем Раушания Бәҙретдинованың картинаһын һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Оҡшаған эште рәссамдың сайтында һайларға, ә һатыуҙан килгән аҡсаларҙы «Мәрхәмәт» (Өфө) һәм «Ғүмер бүләк ит» (Мәскәү) хәйриә фондтарына күсерергә була. Шуның менән бергә әҫәрҙәрҙең төп нөсхәһен алдағы ике аҙнала баш ҡалалағы республиканың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә күрергә мөмкин. 17 мартта киске сәғәт 5-тә Мәскәү Милләттәр йортонда Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһен асыу тантанаһында акцияға йомғаҡ яһаласаҡ.

Раушания Бәҙретдинова бындай акцияла беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Башҡортостанда ул 2014 йыл йомғаҡтары буйынса әүҙем хәйриә эшмәкәрлеге алып барған өсөн «Йыл кешеһе» тип танылды. Ул Стәрлебаш районының Йәшергән ауылында тыуған һәм бөгөнгө көндә «Ағиҙел буйындағы ҡала», «Төш», «Фәрештәләрем», «Автопортрет», «Намаҙ», «Аҙан», «Уян» һәм башҡа рәсемдәр авторы.

Раушания Бәҙретдинова — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Рәссамдар союзы һәм Дизайнерҙар союзы ағзаһы, ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы. Рәссамдың шәхси күргәҙмәһе Мәскәүҙә тәүге тапҡыр ойошторола. Әммә уның эштәре Рәсәй, Украина, Намибия, Канада, АҠШ, Австрия, Германия, Нидерландтар, Төркиә илдәрендәге картина галереяларында, шул иҫәптән  Мирей Матье, Филипп Киркоров, Кристина Орбакайте, Юрий Шевчук, Владимир Кузьмин һәм башҡа «йондоҙҙар»ҙың шәхси коллекцияларында һаҡлана.

темалар: шәфҡәтлелек