10 декабрь, Шәмбе

02 март 2015 йыл, 12:18

«Салауат Юлаев» сирек финалда ғәмәлдәге чемпион менән иҫәпте тигеҙләй алды

фото: Дмитрий Слезин коллажы

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Магнитогорскиҙа Гагарин кубогының көнсығыш сирек финалының икенсе матчы тамамланды. «Металлург» Өфөнөң «Салауат Юлаев»ынан 1:2 иҫәбе менән еңелде.

Иҫәпте 7-се минутта өфөләр файҙаһына Теему Хартикайнен асты. Аҙаҡҡы ун минут эсендә Данис Зарипов иҫәпте тигеҙләне, ә Антти Пильстрем «Салауат»ҡа еңеү алып килде — 2:1.

Был сериялағы иҫәп — 1:1 һәм ул Өфөгә күсә. 3-4 мартта регламент буйынса ҡаралған ике уйын уҙа.