4 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2015 йыл, 11:56

Башҡортостандың Ирекмәндәр берлеге ағзалары «Һуғыш балалары» ойошмаһы конференцияһында ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Ирекмәндәр берлегенең әүҙем ағзалары ветерандарҙың саҡырыуы буйынса «Һуғыш балалары» йәмәғәт  ойошмаһының конференцияһында ҡатнашты. Конференция Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы төбәк бүлексәһе менән берлектә ойошторолғайны. Осрашыуҙа ветерандар, партия ағзалары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, «Һуғыш балалары» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Делегаттарҙың сығышы тыңланды, конференцияның ҡарары ҡабул ителде, әүҙем ағзаларҙы бүләкләү булды һәм концерт программаһы күрһәтелде.

«Һуғыш балалары» йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Александр Палтусов емешле хеҙмәттәшлек һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн «Рәсәй Ирекмәндәр берлеге» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәһенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

«Һуғыш балалары» ойошмаһы 2010 йылда булдырылған. Ойошма бала саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы шарттарында үткән кешеләрҙе берләштерә. Ойошманың төп бурысы — Һуғыш балаларының законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ярҙам итеү, уларға рәсми юридик статус биреү, үҫмерҙәрҙең фашист илбаҫарҙарын Еңеүгә индергән тарихи өлөшөн тикшереү. «Һуғыш балалары» ойошмаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм йәштәр араһындағы бәйләнеште тормошҡа ашыра, быуындар күсәгилешлеген һаҡлай.