7 декабрь, Шаршамбы

02 март 2015 йыл, 9:57

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы үҫешәсәк — Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Күмертау авиация етештереү предприятиеһындағы хәлде яйға һалырға кәрәк. Был хаҡта республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Юрий Пустовгаров хәбәр итте.

— Күмертау авиация етештереү предприятиеһы — төбәктә алдынғыларҙың береһе, уның менән шөғөлләнделәр һәм шөғөлләнәсәктәр, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Юрий Пустовгаров. — «Рәсәй вертолеттары» холдингы етәкселеге лә, Башҡортостан Хөкүмәте лә заводты ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты һүҙҙәренсә, предприятие беренсе тапҡыр ғына ауырлыҡтар кисермәй. Мәҫәлән, 2008-2009 йылдарҙа ла производствола ҡатмарлы хәл килеп тыуғайны.

— Шуға ҡарамаҫтан, проблемалы һорауҙарҙы хәл итеү юлы табылды, — тип билдәләне Юрий Пустовгаров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ваҡытта «Рәсәй вертолеттары» холдингына ингән предприятиела КумАПП етәкселегенең 700 эш урынын ҡыҫҡартырға, Ка-32A11BC вертолеттарын сығарыуҙы — Ҡытайға, ә Ка-226Т  вертолеттарын холдингтың икенсе предприятиеһына тапшырырға йыйыныуы тураһында хәбәр таралғайны. Шуға бәйле 28 февралдә ҡаршылыҡ акцияһын ойоштороу билдәләнгәйне.

Быға бәйле «Рәсәй вертолеттары» холдингы вәкилдәре эш сәфәре менән Башҡортостанға килде. Улар республика Хөкүмәтендә, Күмертау хакимиәтендә, профсоюз вәкилдәре, шулай уҡ КумАПП эшселәре менән осрашыуҙар үткәрҙе. Осрашыуҙа митингты үткәрмәү тураһында һөйләшеп килешелде. Был ҡаршылыҡ акцияһында күтәреү күҙалланған мәсьәләләрҙең хәл ителеүенә бәйле. Шулай уҡ предприятиены үҫтереү буйынса берлектә эш итеү юлдары ла билдәләнде.