8 декабрь, Кесе йома

27 февраль 2015 йыл, 17:47

Өфөгә «Бөйөк Ебәк юлы маршруттары буйынса» туристик экспедицияһы килә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 1 мартта Өфөгә «Бөйөк Ебәк юлы маршруттары буйынса» туристик экспедиция экипажы килә. Был хаҡта Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Камил Йыһаншин хәбәр итте.

«Бөйөк Ебәк юлы маршруттары буйынса» туристик экспедицияһы — Рус география йәмғиәтенең Ҡырым Республикаһы бүлексәһе проекты. Ул өс этаптан тора һәм Рәсәй, Азия һәм Европалағы Ебәк юлының тарихи йүнәлештәре буйынса үтәсәк. Сәйәхәттең дөйөм оҙонлоғо — 45 мең километрҙан ашыу.

Өфөлә ҡунаҡтарҙың Башҡортостандың туристик индустрия вәкилдәре, Рус география йәмғиәтенең әүҙем ағзалары менән осрашыуы, Өфө һәм республика буйынса популяр туристик маршруттар менән танышыуы ҡаралған. Экспедиция маҡсаттарының береһе — Ҡырымда йәшәүселәрҙе Рәсәйҙең туристик мөмкинлектәре менән таныштырыу.

Экспедиция ағзалары Өфө музейҙарында буласаҡ, «Рада» клубында (Свердлов урамы, 62) түңәрәк өҫтәл һәм матбуғат конференцияһы үткәрәсәк. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.

Өфөнән һуң ҡунаҡтар Ҡазанға юлланасаҡ.

«Бөйөк Ебәк юлы маршруттары буйынса» экспедицияһы 2015 йылдың 19 февралендә Симферополдән башланды. Рәсәйҙә маршрут Краснодар — Грозный — Махачкала — Әстрхан — Волгоград — Һарытау — Һамар — Ырымбур — Силәбе — Өфө — Ҡазан — Йошкар-Ола — Чебоксар — Түбәнге Новгород — Владимир — Иванов — Ярославль — Тверь — Калуга — Тула — Мәскәү ҡалалары буйлап үтә. Сәйәхәтселәр һәр төбәктә Рус география йәмғиәтендәге коллегалары менән танышасаҡ.

Сара Рус география йәмғиәтенең 170 йыллығы айҡанлы ойошторола.