8 декабрь, Кесе йома

27 февраль 2015 йыл, 16:44

Билдәле боксер Хәбир Сөләймәнов тарихи роман яҙған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Америкалағы иң яҡшы ун боксерҙың береһе, башҡорт батыры Хәбир Сөләймәнов тарихи роман яҙған. Ошо көндәрҙә ул Өфөлә китабының исем туйын үткәрҙе. Сараға уның Силәбе өлкәһендә йәшәгән туғандары, дуҫтары йыйылды.

— «БашГизхан» романы бокс һәм минең тормошом тураһында тип уйлағандар хаталана. Рәсәй тураһындағы уйҙарым, сит илдәге ун йыллыҡ һағыныуҙар һалынған уның нигеҙенә, — тип һөйләне Хәбир Сөләймәнов. — Ошо йылдар эсендә милли булмыштарын онотоп, бер халыҡ булып йәшәргә ынтылған американдар рәтенә инеп китә алманым, Америка гражданлығынан да баш тарттым. Рәсәй күп милләтле һәм төрлө мәҙәниәтле булыуы менән ныҡлы. Китабымда ошо милләт-ара татыулыҡты һаҡларға, тамырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡырам.

Тышлыҡта Хәбир Сөләймәнов ике образда — ринка сыҡҡан боксер һәм милли кейемдәге башҡорт батыры итеп һүрәтләнгән. Романдағы ваҡиғалар беҙҙең замандан 18 быуатҡа барып тоташа. Киләсәктә автор «БашГизхан» буйынса фильм төшөрөргә уйлай.

Китап ике мең данала донъя күргән. Һатыуҙан алынған табыштың күп өлөшө мәрхәмәтлеккә йүнәлтеләсәк.

— Китабымдың исем туйына игеҙәк улдары булған әсә лә килгән. Уларҙың береһенә ҡиммәтле операция кәрәк. Балаға мотлаҡ ярҙам итербеҙ, — тип хәбәр итте автор.

Игеҙәктәр Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуып үҫкән профессиональ боксерҙар. Улар абруйлы халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. Спортсылар, ҡағиҙә булараҡ, рингка ҡамсат бүрек менән елән кейеп сыға.