11 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2015 йыл, 16:10

Башҡортостан юлдаш телеканалы Континенталь хоккей лигаһы уйындарын күрһәтеү буйынса иң яҡшыларҙың береһе тип танылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Башҡортостан юлдаш телеканалы Континенталь хоккей лигаһы уйындарын күрһәтеүсе каналдар араһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. «Евроспорт» порталында телекомпаниялар тураһында ентекле мәғлүмәт бирелгән. Өфөнән тыш, Санкт-Петербург, Омск, Рига, Магнитогорск, Загреб, Хельсинки һәм Сочи ҡалалары алдынғыларҙан һанала.

Өфөлә трансляция «Спортивное вещание» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының ҡорамалдары ярҙамында тормошҡа ашырыла. 2014 йылдағы Олимпиаданан һуң заманса техника төбәктәргә таратылды, шуларҙың береһе Башҡортостанға эләкте.

«Салауат Юлаев» уйындарын тура эфирҙа һәм сифатлы итеп күрһәтеү Башҡортостандың баш ҡалаһының өҫтөнлөктәре булып тора. Әйткәндәй, Өфөлә йәштәр донъя чемпионаты ваҡытында бөтә уйындарҙы ла тура эфирҙа ҡарарға мөмкин булды.