9 декабрь, Йома

27 февраль 2015 йыл, 15:18

Республикала йәшәүселәр 2016 йылғы хоккей буйынса Донъя чемпионаты талисманы авторы була ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 2016 йылғы хоккей буйынса Донъя чемпионатының ойоштороу комитеты, Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы Sport Media Group спорт маркетингы агентлығы булышлығында 2016 йылдың 29 апреленән 15 майына тиклем Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта үтәсәк турнирҙың рәсми талисманын эшләү конкурсын дауам итә.

Хоккей буйынса донъя чемпионаттары тарихында тәүге тапҡыр турнирҙың талисманын көйәрмәндәр эшләйәсәк һәм һайлап аласаҡ.

Көн элгәре беренсе этап — конкурсҡа тәҡдим ителгән варианттар өсөн тауыш биреү башланды.

Был этапта көйәрмәндәр иң яҡшы 20 эште һайлаясаҡ. Унан һуң жюри призлы урын өсөн ярыштан төшөп ҡаласаҡ 16 талисманды һайлап ала, артабан еңеүсе дүрт конкурс эштәре араһынан билдәләнәсәк.

Конкурс еңеүсеһе 2015 йылдың майында иғлан ителә. 2016 йылғы хоккей буйынса Донъя чемпионаты талисманы авторына 200 мең һум күләмендәге аҡсалата приз һәм турнирға ике билет тапшырыла.  

Беренсе этаптағы тауыш биреүгә 499 эш тәҡдим ителгән. Улар араһында Башҡортостандан да 11 кеше бар.

Конкурс ҡағиҙәләренә ярашлы, талисман әҫәр, әкиәт, йәнһүрәт, фильм, сериал геройҙарына, әлеге көндә булған эмблема, логотиптарға, башҡа сараларҙың талисмандарына оҡшаш булырға тейеш түгел. Тәҡдим ителгән вариант илебеҙ мәҙәниәтенең үҙенсәлектәрен берләштерергә һәм төрлө йәштәге, милләт һәм һөнәр вәкилдәренә аңлайышлы булыуы зарур.