Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә ете вице-мэр ҡаласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Өфө ҡала Советы ҡала мэрияһының структураһын үҙгәртеү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Был турала ҡала Советының 42-се ултырышында билдәле булды.

Ҡала мэрияһы структураһындағы үҙгәрештәр — Өфө хакимиәте башлығының өс урынбаҫары вазифаларын ҡыҫҡартыу көн тәртибендәге төп һорауҙарҙың береһе булды. Оптималләштереүҙән һуң ун вице-мэр урынына етәү генә ҡаласаҡ. Яңы концепцияға ярашлы, ҡала мэрияһының Ер ресурстары, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралыҡтарын берләштереү күҙаллана. Бынан тыш, Транспорт һәм элемтә идаралығы барлыҡҡа киләсәк.

Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко һүҙҙәренсә, яңы структура ҡала хужалығы менән идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм сығымдарҙы оптималләштереү маҡсатында булдырылған. Үҙгәрештәр муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең штатын арттырыуҙы күҙ уңында тотмай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть