8 декабрь, Кесе йома

27 февраль 2015 йыл, 11:36

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әсәлек капиталын инвалид балаларҙы дауалау өсөн файҙаланырға рөхсәт итеүҙе тәҡдим итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының әүҙем ағзалары әсәлек капиталын ҡулланыуҙы киңәйтеү башланғысы менән сығыш яһаны. Улар дәүләт ярҙамы сараларын инвалид балаларҙы дауалау өсөн файҙаланыу мөмкинлеген күҙ уңында тота.

— Был бик ваҡытлы башланғыс, әгәр ҙә ул яҡлау тапһа, яҡшы буласаҡ, — тип билдәләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше, Халыҡ фронтының Үҙәк штабы ағзаһы Эльвира Айытҡолова. — Шундай ҡарар ҡабул итеүгә йоғонто яһарлыҡ төп мәсьәлә — аҡсаны файҙаланыу механизмы. Ул, бер яҡтан, уңайлы, икенсенән, ғаиләләрҙе мутлашыусыларҙан һәм ялған медицина хеҙмәттәренән һаҡлау өсөн хәүефһеҙ булырға тейеш. Бәлки, быны йәмәғәтселек кимәлендә лә, мәҫәлән, балалары дауалауға мохтаж ата-әсәләр берләшмәһендә тикшерергә кәрәктер.

Статистика буйынса, бөгөн ғаиләләрҙең 96,8 проценты әсәлек капиталын торлаҡ һатып алыу өсөн файҙалана. Әммә әсәләр власть органдарына дәүләт ярҙамы сараларын инвалид балаларҙы дауалауға йүнәлтергә рөхсәт итеүҙе һорап күп тапҡыр мөрәжәт иткән.