10 декабрь, Шәмбе

27 февраль 2015 йыл, 10:22

Өфөлә республика туған тел байрамы булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында республика туған тел байрамы үтте. Уны республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.

Сарала республика Башлығы Хакимиәте, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, республиканың милли-мәҙәни берләшмәләре вәкилдәре булды.

Театр фойеһында Башҡортостандың Милли китапханаһы, Милли әҙәби музейы һәм Өфөнөң 8-се Халыҡтар дуҫлығы китапханаһының Әҙәбиәт йылына һәм Туған тел көнөнә арнап әҙерләгән китап күргәҙмәһе урынлашҡайны. Күргәҙмә-йәрминкәне Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ойошторҙо.

Байрам концертында сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм фольклор коллективтары ҡатнашты.

Концерт Туфан Миңнуллиндың «Мин — ҡатын-ҡыҙ» спектакленән күренеш һәм «Бишек йыры» менән асылды. Уны Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары төрлө телдәрҙә башҡарҙы. Башҡорт, татар, еврей, әрмән, поляк, сыуаш һәм украин йәкшәмбе мәктәптәре коллективтары йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһаны. ШОС һәм БРИКС саммиттарының визит карточкалары булараҡ 15-се һәм 23-сө урта дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары ҡаҙаҡ һәм һинд бейеүҙәрен күрһәтте.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзалары шағирҙар Әхмәр Үтәбай, Светлана Чураева, Илдус Фазлетдинов, Геннадий Тимофеев туған телдәрендә шиғырҙарын уҡыны, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһының «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡорт һәм мордва бейеүҙәре менән шатландырҙы.

Тамашаны Өфөнөң белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡараны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәтенән.