Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда иң сибәр студент ҡыҙҙы һайлаясаҡтар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда студенттар араһында «Башҡортостан гүзәле-2015» II республика матурлыҡ конкурсы иғлан ителде. Бәйге Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы булып тора. Сараны «Мисс Башкортостан» модель агентлығы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы йәштәр палатаһы, Рәсәй йәштәре союзы ойоштора.

Ҡатнашыусыларға төп талаптар араһында — юғары йәки урта махсус уҡыу йортонда белем алыу. Ҡыҙҙарҙың йәше 16-нан 23-кә тиклем булырға тейеш, буйҙары мөһим түгел, тип хәбәр итте конкурс директоры һәм «Мисс Башкортостан» модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.

Ғаризалар «Бәйләнештә» селтәрендәге конкурс төркөмөндә ҡабул ителә. Кастинг 2 мартта Өфөнөң «Родина» кинотеатрында (Ленин урамы, 42) үтә. Киске сәғәт 7-лә башлана.

«Башҡортостан гүзәле-2015» конкурсының финалы 7 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙасаҡ һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть