5 декабрь, Дүшәмбе

26 февраль 2015 йыл, 17:10

Күмертау ҡалаһы «Еңеү» республика марафонын ҡабул итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Көн элгәре Күмертау ҡалаһы 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Еңеү» республика марафонын ҡабул итте. Еңеү паркындағы Мәңгелек уттан тоҡандырылған капсула Туймазынан килтерелде.

Тантана Еңеү скверында Хәрби һәм хеҙмәт даны монументы эргәһендә үтте. Сарала Күмертау хакимиәте башлығы урынбаҫары Наталья Лапшина, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса Йәмәғәт советы рәйесе Рафаэль Шафиҡов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының ҡала советы рәйесе Закир Әкбәров ҡатнашты. Байрамға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре, локаль һуғыш һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, күрше район хакимиәте башлыҡтарының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫарҙары һәм мәҙәниәт бүлеге етәкселәре саҡырылғайны.

— Мәңгелек ут һәр ваҡыт хәтерҙең тере символы булды. Бөгөн ошо эстафетаны тапшырғанда Бөйөк Еңеүҙең ниндәй көс менән яуланыуын онотмауыбыҙ хаҡында белдерәбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Закир Әкбәров.

Күмертау хакимиәте башлығы урынбаҫары Күмертауҙағы Мәңгелек уттың төп капсулаһын Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирина Әхмәҙишинаға тапшырҙы. Марафондың алты бәләкәй капсулаһы Көйөргәҙе, Күгәрсен, Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез райондарына һәм Күмертау ҡалаһына бирелде.

Мәңгелек утҡа сәскәләр һалғандан һуң барыһы ла «Дуҫлыҡ» Республика халыҡ ижады үҙәге филиалына саҡырылды.