3 декабрь, Шәмбе

26 февраль 2015 йыл, 15:47

Өфө уҡыусыларын «Хыялымдағы һөнәр» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Йәштәрҙең мәшғүллегенә ярҙам итеү үҙәге башлап ебәргән «Хыялымдағы һөнәр» конкурсы Әҙәбиәт йылы арналған. Бәйгенең маҡсаты — ижад һәм һөнәри ҡыҙыҡһыныуҙарҙы формалаштырыу аша эшмәкәрлек өлкәһен аңлы рәүештә һайлауға булышлыҡ итеү.

Конкурс шарттары буйынса 1-8 класс уҡыусыларына шиғыр, ә өлкән класс уҡыусыларына «Хыялымдағы һөнәр» темаһына эссе яҙырға тәҡдим ителә. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Эштәр 24 апрелгә тиклем ҡабул ителә: cszm@mail.ru (хаттың темаһын «Хыялымдағы һөнәр» тип күрһәтергә). Ҡағыҙ вариантында Йәштәр сәйәсәте буйынса комитетҡа түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: Октябрь проспекты, 118, 29-сы бүлмә.

Белешмә өсөн телефон: (347) 279-06-56, 279-06-35.

Положение һәм ғариза биреү формаһы менән ведомствоның сайтында танышырға мөмкин.