4 декабрь, Йәкшәмбе

26 февраль 2015 йыл, 14:47

Республикала йәшәүселәрҙең күбеһе торлаҡты бушлай хосусилаштырыу хоҡуғы менән файҙаланған — «Росреестр»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең күбеһе торлаҡты бушлай хосусилаштырыу хоҡуғы менән файҙаланған. Был хаҡта 26 февралдә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков белдерҙе.

— Торлағын хосусилаштырырға теләүселәр быны эшләне лә инде. Бәлки, авария хәлендәге йәки иҫке йорттарҙа йәшәүселәр генә ҡалғандыр, — тип һөйләне «Росреестр» идаралығы етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көнгә республикала йәшәүсе 1 миллион 158 мең кеше торлағын хосусилаштырған. Ведомствола 2016 йылдың 1 мартына тиклем тағы 10-15 мең кеше бушлай хосусилаштырыу менән файҙаланасаҡ тип күҙаллайҙар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһы 2016 йылдың 1 мартына тиклем бушлай хосусилаштырыу ваҡытын оҙайтҡан закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте. Алдараҡ, Рәсәй Торлаҡ кодексының ғәмәлдәге редакцияһына ярашлы, 2015 йылдың 1 мартында торлаҡты бушлай хосусилаштырыу тамамланырға тейеш ине. Парламентарийҙар иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәр, шулай уҡ фатир алыуға сиратта тороусы граждандар бушлай хосусилаштырыу хоҡуғы менән файҙалана алһын өсөн ваҡытты оҙайтырға хәл итте.