6 декабрь, Шишәмбе

26 февраль 2015 йыл, 12:30

Йәйгеһен «Өфө» аэропортынан Рәсәйҙең дүрт көньяҡ ҡалаһына осорға мөмкин буласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Ете авиакомпания Өфөнән Сочиға, Симферополгә, Анапаға һәм Краснодарға осорға планлаштыра, тип хәбәр итте «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәте.  

2015 йылда пассажир ташыусылар Рәсәй курорттарының популярлығы артыуын күҙаллай һәм илдең көньяҡ төбәктәренә осоштар йышлығын арттыра. «Таймыр» һәм «Оренбургские авиалинии» компаниялары «Өфө» аэропортынан Анапаға аҙнаһына ике тапҡыр рейс башҡарырға ниәтләй. Краснодарға «Ямал» авиакомпанияһы самолеты менән аҙнаһына бер тапҡыр осорға мөмкин буласаҡ.

Сочи — 2014 йылда популяр булған йүнәлештәрҙең береһе. 2015 йылда ла Рәсәй курорттарының баш ҡалаһы лидерҙар рәтендә ҡалыр тип күҙаллана. «Оренбургские авиалинии», «Победа», «Трансаэро» компаниялары ошо маршрут буйынса аҙнаһына ике тапҡыр осасаҡ.

«Икар» (аҙнаһына бер тапҡыр), «Red Wings» (өс тапҡыр) һәм  «Оренбургские авиалинии» (ике тапҡыр) авиакомпаниялары Ҡырымға (Симферополь) осорға планлаштыра.

Алдағы өс аҙнала авиакомпанияларҙың сайтында билеттар һатыла башлай.