3 декабрь, Шәмбе

26 февраль 2015 йыл, 11:35

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың пленар ултырышы асылды. Ултырыштың көн тәртибенә 60-ҡа яҡын һорау ҡуйылған. Парламентарийҙар республика буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдиндың төбәктә хоҡуҡ тәртибе торошо һәм 2014 йылда эске эштәр органдары эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре тураһындағы докладын тыңлаясаҡ.

Төбәк парламентының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, ун закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итеү планлаштырыла. Улар араһында «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Географик объекттарға атама биреү йәки үҙгәртеү тураһында тәҡдимдәр хаҡында халыҡ фекерен иҫәпкә алыу, мәғлүмәт биреү һәм асыҡлау тәртибе тураһында», «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекттары бар.

Дүрт республика закондары проекттары өҫтөндә эш дауам итәсәк. Мәҫәлән, «Башҡортостан Республикаһында инновациялы эшмәкәрлек тураһында», «Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында», «Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына дәүләт ярҙамы тураһында»ғы закондарға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителде.

11 закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итергә тигән тәҡдим булды. Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына, Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһында кодексына, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына, шулай уҡ бер нисә законға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителде.