Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин ауырлығы 700 килограмм тартҡан дөйәне күтәрергә әҙерләнә

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Билдәле башҡорт спортсыһы, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен яулаусы Эльбрус Ниғмәтуллин сираттағы рекорд ҡуйырға әҙер. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы ул ауырлығы 700 килограмм тартҡан дөйәне күтәрергә ниәтләй.

Рекорд ҡуйыу урыны итеп Силәбенең йәйәүлеләр урамы һайланған. Бәһлеүән дөйәне бронзанан эшләнгән «Башҡорт малайы һәм дөйә» скульптура композицияһы янында күтәрәсәк. Был осраҡлы түгел — ҡаланың гербында төшөрөлгән дөйә Силәбенең символы булып тора. Тарихсыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Көньяҡ Урал аша Бөйөк ебәк юлы үткән.

Дөйәнең исеме — Вася.

— Беҙ Вася менән таныштыҡ та инде. Ул үҙен бик яҡшы тота, — тип һөйләне Эльбрус Ниғмәтуллин.

Башҡорт батыры 2 мартта сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Теги: рекордтар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть