11 декабрь, Йәкшәмбе

26 февраль 2015 йыл, 10:21

Киң мәғлүмәт сараларында һуғыш темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында һуғыш темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Бәйге 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған.

Уны Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Журналистар союзы менән берлектә ойоштора.

Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат секретары Әлиә Ғәлимова хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашыуға республиканың бөтә киң мәғлүмәт саралары журналистары саҡырыла.

Бәйгегә 2014 йылдың 1 майынан 2015 йылдың 1 сентябренә тиклем баҫылған материалдар тапшырыла. Эштәр 2015 йылдың 10 октябренә ҡәҙәр түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 413/а бүлмә.

Конкурс еңеүселәре республика гәзит-журналдарында, федераль киң мәғлүмәт сараларының төбәк ҡушымталарында һуғыш темаһын иң яҡшы яҡтыртыу, ҡала, берләштерелгән һәм район гәзиттәрендә һуғыш темаһын иң яҡшы яҡтыртыу, электрон киң мәғлүмәт сараларында (интернет, телевидение, радио) һуғыш темаһын иң яҡшы яҡтыртыу номинациялары буйынса бүләкләнәсәк.

Еңеүселәргә I, II, III урындар бирелә һәм дипломдар тапшырыла.

Конкурс хаҡында положение, ҡатнашыу өсөн ғариза Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының рәсми сайтында баҫылған.