7 декабрь, Шаршамбы

26 февраль 2015 йыл, 9:43

Республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Башҡортостан Башлығы грантын аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2015 йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына дәғүә итеүгә конкурс еңеүселәре билдәләнде. Был хаҡта төбәктең Мәҙәниәт министрлығы БР Хөкүмәтенең тейешле бойороғона һылтанма яһап хәбәр итә.

Рәсми документҡа ярашлы, 90 мең һум күләмендәге матди ярҙам 25 мәҙәниәт эшмәкәренең проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Грант алыусылар араһында һуҡырҙарға сәнғәт әҫәрҙәренә виртуаль инеүҙе тәьмин итеү буйынса проект, Шәйехзада Бабичтың виртуаль музейы, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған интерактив экспозиция, «Башҡорт шәле» республика фестивале, «Башҡорт аты» фестивале, Йәш композиторҙарҙың халыҡ-ара форумы бар.