Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Иглин районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыу бурысы Вил Хафизовҡа йөкмәтелде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

25 февралдә Иглин районы Советы хакимиәт башлығы Рафиҡ Мусиндың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ул үҙ теләге буйынса отставкаға китте.

Хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуға бәйле, район башлығы вазифаһын башҡарыу ваҡытлыса Вил Хафизовҡа йөкмәтелде.

Вил Хафизов хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары булып эшләгән, тип хәбәр иттеләр Иглин районы Советынан.

Рафиҡ Мусин республика колледждарының береһенең директоры вазифаһына кандидат булараҡ ҡарала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть