10 декабрь, Шәмбе

25 февраль 2015 йыл, 16:48

Рөстәм Мусин Мишкә районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 25 февралдә өсөнсө саҡырылыш Мишкә районы Советы Рөстәм Мусинды контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләне.

Рөстәм Мусин 1965 йылдың 10 авгусында Иштебай ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Төрлө йылдарҙа ветеринар, «Мишкә» совхозының Ленин бүлексәһендә бригадир, Ленин ауыл советы хакимиәте башлығы, Мишкә районы хакимиәте башлығының кадрҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары, «Мишкә» совхозы директоры, агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Мишкә район комитеты рәйесе, Мишкә районы милеге менән идара итеү буйынса комитет рәйесе, Мишкә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, «Башрапс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инфраструктура объекттары менән идара итеүсеһе, башҡарма директоры, Нефтекама ҡалаһының «Уралагро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү буйынса директоры булып эшләгән.