Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала БРИКС банкы рәйесенең исеме билдәле буласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфөлә БРИКС саммитында ошо ойошмаға ингән илдәр үҫеше банкы рәйесе һәм уның урынбаҫары кандидатураһы тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Был хаҡта «РИА Новости» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Бөгөн, 25 февралдә, Федерация Советы БРИКС илдәре үҫеше банкын булдырыу буйынса килешеүҙе раҫланы. Ошо туралағы килешеүгә 2014 йылдың июнендә Бразилияның Форталеза ҡалаһында ҡул ҡуйылды. Ул БРИКС дәүләттәрендә һәм үҫешеүсе илдәрҙә инфраструктура проекттарын финанслау өсөн булдырыла.

Агентлыҡ хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһының 2015 йылға бюджеты тураһындағы законында банк капиталына индереү өсөн аҡса һалынған да инде. Рәсәй ойошма капиталына ете йыл буйына ике миллиард доллар индерәсәк тип күҙаллана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БРИКС халыҡ-ара саммиты Өфөлә 8 июлдән 10-на тиклем уҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть