10 декабрь, Шәмбе

25 февраль 2015 йыл, 15:05

Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы бушлай консультациялар үткәрә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Мартта Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы бушлай консультациялар ойоштора. «Башинформ» агентлығына Эшҡыуарҙар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 мартта юридик компания директоры Наталья Төхвәтуллина «Контрагенттар менән суд бәхәстәрен нисек булдырмаҫҡа: предприятиела дәғүәле эш» темаһына консультация уҙғара. 17 мартта «Респект» Хоҡуҡ компанияһының «Ҡыҙыу линия» хеҙмәте консультанты Ирина Ханнанова «Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа һалым һалыуҙың үҙенсәлектәре» хаҡында лекция уҡый. 31 мартта Өфө хакимиәтенең Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса идаралыҡтың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бүлек етәксеһе Зифа Фазлиәхмәтова эшҡыуарҙарға «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары өсөн ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында законды ғәмәлдә файҙаланыу» темаһы буйынса консультация бирә.

Консультациялар СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 84/1 адресы буйынса ойошторола.

Ҡатнашыу өсөн алдан яҙылырға кәрәк. Телефон: 241-47-44.