9 декабрь, Йома

25 февраль 2015 йыл, 12:52

Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыһы 58-се лицейҙа эшләй

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2015»,  «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов билдәләүенсә, педагогик оҫталыҡ конкурстары һәләтле уҡытыусыларҙы асыҡлауға, уларҙың һөнәри бәйләнештәрен киңәйтеүгә, мәғариф өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе пропагандалауға булышлыҡ итә.

Быйыл иң яҡшылар исеме өсөн 55 педагог көс һынашты. Улар бәйгенең бөтә этаптарын да лайыҡлы үтте, оҫталыҡтарын, эшләү һәм шәхси сифаттарын күрһәтте.

Сынтимер Баязитов фекеренсә, конкурсанттар араһында еңеүселәр бар, әммә еңелеүселәр юҡ. Ул уҡытыусыларға һәм уларға конкурсҡа әҙерләнергә ярҙам иткән белем биреү учреждениелары етәкселәренә рәхмәт белдерҙе.

2015 йылда Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыһы исеменә 58-се лицейҙың математика уҡытыусыһы Рима Ронжина лайыҡ булды. 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлағандан һуң ул 21 йыл уҡытыусы булып эшләй.

— Һәр дәрестә бәләкәй генә еңеүгә өлгәшкән, ҡатмарлы материалды тиҙ генә аңлаған уҡыусыларым ғорурланам. Минең өсөн уҡытыусы булыу — бәхетле булыу, — тине баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы.

«Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» номинацияһында 21-се лицейҙан Айҙар Әхмәтйәнов еңеү яуланы, иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип 24-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Зәбирә Риянова танылды, иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исеменә 158-се башҡорт гимназияһынан Айгөл Иглекова лайыҡ булды.

Бынан тыш, «Педагог-тикшеренеүсе» һәм «Уҡытыусы оҫта» ҡала конкурстары еңеүселәре лә билдәләнде. Был исем 45 уҡытыусыға бирелде.