7 декабрь, Шаршамбы

25 февраль 2015 йыл, 12:13

Башҡортостандың өс ҡалаһы «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала биләмәһе» конкурсында еңеү яуланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте йортонда «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен иғлан иттеләр. Был хаҡта Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Октябрьский ҡалаһы икенсе категорияла (100 мең һәм унан күберәк кеше йәшәгән ҡала биләмәләре, ҡала округтары) еңеп сыҡты, Стәрлетамаҡ ошо уҡ категорияла өсөнсө урын алды. Учалы ҡалаһы өсөнсө категорияла (100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡала биләмәләре, ҡала округтары) өсөнсө урын яуланы.

Конкурста ҡатнашыу өсөн бөтәһе 144 муниципаль берәмек ғариза биргән. Төп талаптар — коммуналь хужалыҡ һәм йәшәү тәьминәте объекттарының торошо, торлаҡ төҙөү һәм ремонтлау, ихаталарҙы йәшелләндереү, тарихи-мәҙәни һәм тәбиғәт мираҫын һаҡлау.

Конкурс еңеүселәре Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең дипломдары һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнә, улар торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә, муниципаль берәмектең төҙөклөгөн арттырыуға (90 проценттан да кәм түгел) һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм муниципаль берәмектең төҙөклөгөн арттырыу буйынса эштә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән хеҙмәткәрҙәргә премия тапшырыуға йүнәлтелә.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан йыл һайын үткәрелгән «Башҡортостан Республикаһының иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» конкурсында Октябрьский ҡалаһы тәүге төркөмдә (70 меңдән алып кеше йәшәгән ҡала биләмәләре, ҡала округтары) беренсе, ә Стәрлетамаҡ ошо уҡ төркөмдә икенсе урын яуланы. Учалы ҡалаһы өсөнсө төркөмдә (30 меңдән 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡала, ауыл биләмәләре) беренсе урын алды.