4 декабрь, Йәкшәмбе

25 февраль 2015 йыл, 11:29

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Ауыл китапханаһын закон яҡларға тейеш»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһы ауыл китапханаһын үҙгәртеп ҡороу йәки ябыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алыуҙы күҙаллаған закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы. Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина фекеренсә, илдең китапханалар киңлегендә ауыл китапханалары һанының кәмеү тенденцияһы күҙәтелә. Ошо новелланы ҡабул итеү кәрәклеге бер ни тиклем шуға бәйле.

Һис шикһеҙ, китапханаларҙы ябыуҙың объектив сәбәптәре лә бар, әммә йыш ҡына урындарҙа уларҙың мәҙәниәт һәм рух булдырыу роле тейешенсә баһаланмай һәм популяр булмаған ҡарарҙар ҡабул ителә.

— Ауыл китапханаларының китап һаҡлау һәм китап биреү пункты ғына түгел, ә күп функциялы мәҙәни үҙәк булыуын оноторға ярамай, — тип билдәләне үҙ сығышында Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе, закон проектының авторҙашы Зөһрә Рәхмәтуллина. — Илдә Әҙәбиәт йылы, китап уҡыуҙы популярлаштырыу, китапханаларға булышлыҡ итеү йылы бара. Ошо закон проектының әһәмиәтле булыуын төбәктәрҙән алынған баһаламалар ҙа дәлилләй. Закон проекты ауыл китапханаларын һаҡлауға һәм ауыл уҡыусыһының ҡыҙыҡһыныуын һәм ихтыяжын яҡлауға йүнәлтелгән.

Депутат фекеренсә, ауыл китапханаһы заман менән бергә атларға тырыша. Бөтә төбәктәрҙә лә китапхана тормошо бик әүҙем, ҡыҙыҡлы саралар ойошторола, быны «Рәсәй китапханалары» партия проекты сайтында асыҡ күрергә мөмкин. Айырыуса ауыл китапханалары закон кимәлендә яҡланырға тейеш.

Бөгөнгө көндә илдең китапханалар селтәрендә 130 меңдән ашыу учреждение, шул иҫәптән 40 меңгә яҡын китапхана иҫәпләнә, шуларҙың 31 меңдән ашыуы ауыл ерендә урынлашҡан. Башҡортостанда ғына 1700 китапхана эшләй.