8 декабрь, Кесе йома

25 февраль 2015 йыл, 9:10

Республикала 2014 йылдың төп капиталға инвестициялар күләме 285,5 миллиард һум тәшкил итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда 2014 йыл өсөн республикалағы инвестиция эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән төп капиталға инвестициялар күләме 285,5 миллиард һум йәки 2013 йылғы кимәлгә ҡарата 104,1 процент тәшкил итте. Йән башына инвестициялар күләме 70 141 һум менән баһалана.

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында иҡтисадҡа һалынған инвестициялар күләме буйынса Башҡортостан Татарстандан, Һамар һәм Нижегородка өлкәләренән ҡала дүртенсе урында килә. Йән башына инвестициялар күләме буйынса республика етенсе урынды биләй.