6 декабрь, Шишәмбе

24 февраль 2015 йыл, 18:00

Өфө колледжы студенты мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге тикшеренеүҙәре өсөн Рәсәй премияһына лайыҡ булған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжы студенты Антон Гостенов «Инфофорум — Яңы быуын» премияһын алды. Ошо юғары баһаға ул уҡыуҙағы яҡшы күрһәткестәре һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге тикшеренеү һәм ғилми эштә ҡатнашыуы өсөн лайыҡ булды. Бүләкләү тураһында ҡарарҙы «Инфофорум»дың эксперт ғилми советы һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә мәғариф буйынса Рәсәй юғары уҡыу йорттарының уҡыу-методик берекмәһе ҡабул иткән.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәүҙә «Инфофорум-2015» мәғлүмәт хәүефһеҙлеге милли форумы сиктәрендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙған.

«Инфофорум — Яңы быуын» премияһы 2008 йылда булдырылған.