5 декабрь, Дүшәмбе

24 февраль 2015 йыл, 17:42

Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Минең ҡәҙерле яҡташтарым» циклын яҙыусы Наил Ғәйетбаев менән осрашыу дауам итәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 25 февралдә республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев менән ижади осрашыу ойошторола. Сара «Минең ҡәҙерле яҡташтарым» республикала тыуып үҫкән билдәле шәхестәр менән осрашыу циклының дауамы булып тора.

Наил Ғәйетбаевтың ижад юлы 1970 йылдарҙа башлана. Ул 20-нән ашыу китап, өс роман, 20-гә яҡын повесть, 80 хикәйә авторы. Бынан тыш, драматург 50-нән ашыу пьеса яҙған, улар Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй һәм сит ил сәхнәләрендә ҡуйыла.

Махсус китапхана менән ҡуллланыусыларға яҙыусы һәм драматургтың ижады буйынса «Кешеләрҙе ышандырыу һәләте» тип аталған тауышлы китап күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк. Наил Ғәйетбаев үҙенең ижади пландары һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы планлаштырған саралар хаҡында һөйләйәсәк. Осрашыу көндөҙгө 3-сө яртыла башлана. Китапхананың адресы: Киров урамы, 47.