10 декабрь, Шәмбе

24 февраль 2015 йыл, 17:04

Етештереүселәр үҙ продукцияһын «Башҡортостандың иң яҡшы тауары» тип атау хоҡуғы өсөн көрәшәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге «Башҡортостандың иң яҡшы тауары» конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланыуы хаҡында иғлан итте. Был — «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәрҙе түбәндәге номинациялар буйынса билдәләйәсәктәр: етештереү-техник тәғәйенләнештәге продукция, халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары, аҙыҡ-түлек тауарҙары, халыҡ өсөн һәм етештереү-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр. Конкурс сиктәрендә иң яҡшы менеджмент системаһы һәм сифат буйынса иң яҡшы менеджер аталасаҡ.

Ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгенең сайтында бирелгән.

Республика конкурс комиссияһы тарафынан ҡарау өсөн ғаризалар 1 апрелгә тиклем конкурстың ойоштороу комитетына ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 82. Белешмә өсөн телефон: (347) 272-87-77.