8 декабрь, Кесе йома

24 февраль 2015 йыл, 15:49

Өфөлә мәғариф форумы һәм XV «Мәғариф. Фән. Карьера» махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Шишәмбе, 24 февралдә, «ВДНХ-Экспо» комплексында Мәғариф форумын һәм XV «Мәғариф. Фән. Карьера» махсуслаштырылған күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте.

Форумдың ойоштороусылары булып Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы, Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай. Күргәҙмәнең һәм форумдың төп маҡсаты — мәғариф өлкәһендәге инновациялы процестарҙы, киләсәк мәғарифының форматтарын күрһәтеү, белем биреү системалары һәм мәғариф башланғыстары үҫешенең яңы тәжрибәһен камиллаштырыу.

Күргәҙмә эшендә Рәсәйҙең 12 төбәгенән 135-тән ашыу экспонент ҡатнаша. Килеүселәр Башҡортостан, Екатеринбург, Ҡазан, Мәскәү, Магнитогорск, Санкт-Петербург, Һамар, Ырымбур һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары менән таныша ала.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, күргәҙмәлә һәм Мәғариф форумында республиканың мәғариф потенциалы күрһәтелгән.

— Бөгөнгө көндә Башҡортостандың мәғариф өлкәһе — Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе. Мәғариф тураһындағы яңы федераль законға ярашлы, белем биреү ойошмаларының һәм унда уҡыусыларҙың да мөмкинлектәре киңәйә. Бөгөнгө форумдың күргәҙмә стендтарында уҙған йылда барлыҡҡа килгән, мәғариф өлкәһендә индерелгән яңылыҡтарҙы күрәһе килә. Мәғариф — һәммәбеҙгә лә ҡағылған өлкә. Иртәгәһе көнөбөҙ белем биреү системаһының үҫешенә бәйле. Күргәҙмәнең уңышлы эшләүен, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡыҙыу фекер алышыуҙар, мәғариф өлкәһен юғарыраҡ кимәлгә күтәрергә мөмкинлек биргән ҡарарҙар табыуҙарын теләйем, — тине Эльвира Айытҡолова.

Форумды асыуҙа Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостандың Тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы президенты Айгөл Десяткина, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин ҡатнашты.

Дүрт көнлөк мәғариф форумының эшлекле программаһы тематик йүнәлештәр буйынса бүленгән. Беренсе көн мәғарифҡа арналған, икенсе көндө — фән һәм юғары мәктәп мәсьәләләре, өсөнсөһөндә карьера үҫеше тикшереләсәк.

Көн һайын эш һәм уҡыу урындары йәрминкәһе эшләй, унда Башҡортостандағы эре компанияларҙың вакансиялары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Ойоштороусылар фекеренсә, форум һәм күргәҙмә мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн генә түгел, эш биреүселәргә лә, шулай уҡ үҙҙәренең квалификацияһын күтәрергә йәки өҫтәмә белем алырға теләүселәр өсөн дә ҡыҙыҡлы буласаҡ.