10 декабрь, Шәмбе

24 февраль 2015 йыл, 13:22

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың энергия һөҙөмтәлелеге өлкәһендә инновация проекттары конкурсы үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың энергия һөҙөмтәлелеге өлкәһендә инновация проекттарын конкурс буйынса һайлап алыуҙы «Сколково» фонды һәм Башҡортостандың фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды ойоштора. Был хаҡта республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ҡатнашыу өсөн ғилми институттарҙан һәм юғары уҡыу йорттарынан перспективалы командалар, йәш компаниялар, бәләкәй һәм урта инновация предприятиелары саҡырыла. Жюри составына партнер компанияларҙың вәкилдәре һәм тармаҡ эксперттары инәсәк, улар проекттарҙың инновация потенциалын һәм инвестиция йәлеп итеүсәнлеген баһалаясаҡ. Конкурстың һайлап алыу йомғаҡтары буйынса «Энергия менән ҡулланыуҙың интеллектуаль идара итеү системаһы», «Йылытыу, һыуытыу, елләтеү системалары», «Яҡтыртыу технологиялары», «Төҙөлөш материалдары», «Һыу менән тәьмин итеү технологиялары», «Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү» йүнәлештәре буйынса финалистар һәм еңеүселәр билдәләнәсәк.

Конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар йыйыу — 2015 йылдың 1 апреленә, ғаризаларҙы баһалау һәм финалистарҙы һайлау 15 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Тулыраҡ —  startuprb һәм sk.ru рәсми биттәрендә.