3 декабрь, Шәмбе

24 февраль 2015 йыл, 14:12

Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль берәмекте һайлайҙар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы иғлан ителде. Муниципалитеттарҙың йыл һайын үткәрелә торған ярышы 10 номинация буйынса уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһынан. Унда Башҡортостандың муниципаль берәмектәре, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ республиканың гәзит-журналдар һәм телерадиокомпания журналистары ҡатнаша.

Эштәр «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһына ебәрелә. Адресы: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто, 3-сө подъезд. Телефон (347) 280-81-81, факс (347) 280-81-83. Рәсми сайт: www.asmo-rb.ru. Электрон почта: asmo@bashkortostan.ru.

«Урындағы үҙидара үҫеше мәсьәләләрен яҡтыртҡан иң яҡшы журналист» номинацияһы буйынса материалдар Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына ебәрелә. Адресы: 450076, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 413/1-се бүлмә, баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге. Телефон: (347) 218-07-73. Электрон почта: zamanova.z@minsvyazrb.ru.