10 декабрь, Шәмбе

24 февраль 2015 йыл, 12:09

Рәсәй Почтаһы гәзиттәрҙе килтереү өсөн тарифтарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Рәсәй Почтаһы тарафынан көндәлек гәзиттәрҙе килтереү хаҡы 2014 йылғы кимәлдә ҡала һәм артмаясаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Был ҡарар үҙәк, шулай уҡ республика гәзиттәренә лә ҡағыла. Көрсөккә ҡаршы саралар 2015 йылдың 1 апреленән ғәмәлгә инә, тип аңлаттылар ведомствола.

«Көндәлек, тәү сиратта ижтимағи-сәйәси гәзиттәр халыҡ өсөн ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Шуға күрә Рәсәй Почтаһы көндәлек гәзиттәргә өҫтәмә ярҙам күрһәтергә һәм быйыл уларҙы таратыу өсөн тарифтарҙы арттырмаҫҡа хәл итте», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Почтаһы генераль директорының почта бизнесы буйынса урынбаҫары Инесса Галактионова.

Баҫмалар исемлегендә — тиҫтәләрсә көндәлек гәзиттәр, уларҙы килтереү хаҡы 2014 йылғы кимәлдә ҡала. Улар араһында «Ведомости», «Коммерсант», «Известия», «Российская газета», «Новые известия», «Комсомольская правда», «Московский комсомолец», «Независимая газета», «Гудок», «Советский спорт», «Спорт-Экспресс», «Красная звезда», шулай уҡ республиканың ижтимағи-сәйәси гәзиттәре бар.

Ҡалған баҫма киң мәғлүмәт саралары өсөн тарифтар 2014 йылғы инфляция кимәленән кәмерәк индексацияланасаҡ.

Рәсәй Почтаһы 2015 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы осоронда гәзит-журналдарға яҙылыуға ярҙам итеү буйынса сараларға бөтәһе яҡынса 700 миллион һум йүнәлтәсәк. Шулай уҡ Рәсәй Почтаһы баҫмаларҙы килтереүгә 17 процент ташлама алыу өсөн республика киң мәғлүмәт сараларының сикке тиражын ике тапҡырға — биш мең данаға тиклем кәметте һәм 2014 йылғы кимәлдән кәмерәк хаҡтар буйынса матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөн үткәреү хаҡында иғлан итте.