Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова тураһында китаптың исем туйы үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

4 мартта көндөҙгө сәғәт 3-тә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың төп корпусында күренекле башҡорт актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Гөлли Мөбәрәковаға арналған китаптың исем туйы үтә. «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады» тип аталған китап «Китап» нәшриәтендә донъя күргән. Сараны ойоштороусылар баҫманың исем туйын Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы үткәрә.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы күптән инде сәхнәлә генә түгел, тормошта ла нәфислек һәм матурлыҡ символына әүерелгән. Ул сәхнәлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө образдарын — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектакленән көслө рухлы Тәңкәбикәне, Вольтерҙың «Мөхәббәт»енән хисле Альмираны, Ғәҙел Ҡотойҙоң «Тапшырылмаған хаттар»ынан ғорур Ғәлиәне тыуҙырған.

Баҫмала уның тормошоноң һәм ижадының сағыу биттәре, замандаштарының, театр тәнҡитселәренең һәм тамашасыларҙың рецензиялары һәм иҫтәлектәре урын алған.

Презентацияла республиканың билдәле театр эшмәкәрҙәре, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрындағы коллегалары һәм бөйөк замандашыбыҙҙың ижадына битараф булмаған һәр кем ҡатнашасаҡ.

Сараға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Инеү ирекле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть