Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубы» автономлы коммерцияға ҡарамаған идараһының яңы составы билдәләнде

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

20 февралдә «Салауат Юлаев» хоккей клубы» автономлы коммерцияға ҡарамаған идараһы ултырышында клубтың Уставына ярашлы идараның яңы составы билдәләнде. Уға биш кеше инде. Илшат Ғимаҙрисламов, Рөстәм Ишәлин, Евгений Лохов, Йосоп Мирсәйетов уның составынан сығарылды. Хоккей клубы идараһының яңы составына Сергей Молчанов, Сергей Михалев, Михаил Ставский, Дмитрий Ганабин индерелде. Шуның менән бергә Юрий Пустовгаров клуб идараһында үҙ урынын һаҡлап ҡалды. «Салауат Юлаев» хоккей клубы» автономлы коммерцияға ҡарамаған идараһы президентын клуб идараһының яңы составы тәүге ултырышта һайлаясаҡ.

18 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов клуб идараһын үҙгәртеп ҡороу кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

– Хоккей клубын хоккейҙы аңлаған кешеләр етәкләргә тейеш тип уйлайым. Өфөлә белгестәр күп. Беҙ хоккей республикаһы. Бынан тыш, идара составында көйәрмәндәрҙең вәкилдәре лә булырға тейеш. Бөгөн улар – йәмғиәттең әүҙем ағзалары, – тине төбәк етәксеһе.

Шул уҡ көндө Континенталь хоккей лигаһы етәкселегенә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Салауат Юлаев» клубын финанслау тураһында гарантияһы ебәрелде. Уны ҡабул итеү хаҡында яуап килгән. Документҡа ярашлы, күсеү осоронда клубты хөкүмәттең Социаль маҡсатлы программалар фонды финанслаясаҡ. Клубтың ғәмәлдәге килешеүҙәр буйынса бөтә бурыстары тулы күләмдә башҡарыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть