6 декабрь, Шишәмбе

20 февраль 2015 йыл, 16:59

Башҡортостанда 23 февралгә пенсиялар ваҡытынан алда илтеп биреләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡортостанда пенсия һәм башҡа түләүҙәр ваҡытынан алда тапшырыласаҡ, ти хәбәр итте Пенсия фондының төбәк бүлексәһе. Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Салауат ҡалаларында, Ҡалтасы, Күгәрсен, Кушнаренко райондарында — 20 февралдә. Ҡалған район-ҡалаларҙа — 21 февралдә.

Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров һүҙҙәренсә, февраль өсөн пенсия һәм башҡа түләүҙәрҙе финанслау тулы күләмдә тамамланған. Февралдәге артыуҙарҙы иҫәпкә алып, Пенсия фондының сығымдары республика буйынса 14 миллиард һум тәшкил иткән.