11 декабрь, Йәкшәмбе

20 февраль 2015 йыл, 16:28

Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Йәштәр советы уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй рәйеслеге сиктәрендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Йәштәр советының һигеҙенсе ултырышы үтәсәк. Июлдә Өфөгә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан вәкилдәре киләсәк. Был хаҡта «Өфө-2015 ШОС БРИКС офис төркөмө» автономлы коммерция булмаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Йәштәр советын булдырыу башланғысын Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим итте. Был турала Рәсәй лидеры 2006 йылдың июнендә Шанхайҙа ШОС дәүләттәре башлыҡтары осрашыуында белдерҙе. Советты ШОС дәүләттәренең милли йәштәр ойошмалары: Ҡаҙағстандың Йәштәр конгресы, «Нур Отан» Халыҡ-демократик партияһының «Жас Отан» Йәштәр ҡанаты, Йәштәрҙең Бөтә Ҡытай Федерацияһы, Ҡырғыҙстандың йәштәр йәмәғәт советы, «Рәсәй йәштәре союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәйҙең Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Тажикстандың йәштәр берләшмәһе ойоштора.

— Бөгөнгө көндә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Йәштәр советының төп бурысы — төрлө өлкәләрҙә ШОС илдәренең халыҡ-ара йәштәр хеҙмәттәшлеге үҫешенә булышлыҡ итеү. Беҙ Өфөлә Йәш журналистар форумын һәм Йәштәр инновация форумын үткәрҙек. Беҙгә ШОС илдәренең йәш лидерҙары килде, ошондай кимәлдәге форумдар ойоштороу буйынса тәжрибәбеҙ бар, — тине ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Йәштәр советын ойоштороу комитеты ағзаһы Урал Килсенбаев.